Хәүефһеҙлек
2 Март 2021, 17:45

"Апай ҡоҙоҡҡа ҡоланы!"

Муниципалитет хеҙмәткәре алты метр тәрәнлектәге ҡоҙоҡҡа үҙе төшөп...

Күңелһеҙ хәл бөгөн баш ҡала урамдарының береһендә теркәлгән. Өфө ҡалаһының халыҡты яҡлау идаралығы матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, көндөҙ диспетчер үҙәгенә баланың ҡоҙоҡҡа ҡолауы тураһында хәбәр алына.
Тәүгеләрҙән булып ярҙамға Калинин районы хакимиәтенең әйҙәүсе белгесе Игорь Сәмиғуллин менән участковый килә.
31 йәшлек муниципалитет хеҙмәткәре алты метр тәрәнлектәге ҡоҙоҡҡа үҙе төшә. Бәхеткә күрә, ҡыҙыҡайҙың һаулығына зыян килмәгән. Уны ҡотҡарыусы яурынына ултырып өҫкә алып сыға.
Апайҙары ҡоҙоҡҡа ҡолағас, уның менән бергә уйнап йөрөгән ҡустылары йүгереп ҡайтып әсәләренә хәбәр иткән. Хәлде төшөнгәс тә әсәй кеше тейешле ярҙам саҡыртҡан.
Әле хәүефле ҡоҙоҡ урыны кәртәләп алынған.
Балаларығыҙға хәүефле урындарҙа уйнарға һәм йөрөргә рөхсәт итмәгеҙ, ҡайҙа йөрөгәндәрен контролдә тотоғоҙ тип иҫкәртә ведомство хеҙмәткәрҙәре.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас