Өфө эргәһендә ҡом һиптергестә эшләгән водитель тапалып үлгән. Был турала Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Авария 1 мартта "Урал" М-5 трассаһының 1460-сы километрында теркәлгән. Алдан фаразлауҙар буйынса, "ВАЗ-2115" рулендәге 32 йәшлек водитель 35 йәшлек махсус техника водителен бәрҙергән. Был ваҡытта ул үҙ техникаһының ҡом һиптереү ҡорамалын таҙартып торған.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, авария һөҙөмтәһендә эшсе "Ашығыс ярҙам" килгәнсе үк йән биргән. Ә "ВАЗ"дың водителе тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған. Уның бер ай элек иҫерткес эсемлек ҡулланыуға ҡарата тикшереү үтеүҙән баш тартҡаны өсөн водитель танытмаһынан мәхрүм ителгәне билдәле. Әле юл һәләкәтенең сәбәптәре тикшерелә.
Бер тәүлек эсендә генә республикала һигеҙ автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа ике кеше һәләк булған, туғыҙы төрлө тән йәрәхәттәре алған. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең тикшереүе мәлендә айыҡ булмаған 23 водитель тотолған.
Фото: Башҡортостан буйынса ЮХХДИ.