Хәүефһеҙлек
2 Март 2021, 10:00

Ир ҡатынын урлаған...

Айырылышҡан ир үҙенең 36 йәшлек элекке ҡатынын урлаған. Тик яратҡан өсөн түгел шул.

Республиканың Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, 26 февралдә Өфөлә йәшәгән 36 йәшлек ҡатын эшкә тип сыҡҡан еренән юҡ була. Иртән ул бараһы урынына барып етмәй. Асыҡланыуынса, ҡатын үҙенең автомобиле янына китеп барғанда, бер кеше уның эргәһенә йүгереп килгән һәм көсләп машинаһына ултыртып, билдәһеҙ йүнәлештә алып киткән.
Оператив-эҙләү барышында енәйәтсе юғалған ҡатындың элекке 37 йәшлек ире булыуы асыҡланған. Ғаилә рәсми айырылышыуға ҡарамаҫтан, улар араһында низағ һаман тамамланмаған.
Бергә алынған фатир ҡатынында ҡалғас, бының менән ризалашырға теләмәгән ир мәсьәләне үҙенсә хәл итергә уйлаған. Ҡатынын йорто янында ҡарауыллап тороп, көс ҡулланыу менән ҡурҡытып машинаһына ултырта һәм Мәләүез районындағы ял базаһына алып китә. Уны полиция хеҙмәткәрҙәре килгәнсе бүлмәнән сығармай тотҡан.
Енәйәтсе ҡулға алынған.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас