Өфө граждандарҙы яҡлау идаралығы һәм башҡа ҡотҡарыусы хеҙмәттәр яҙғы ташҡынға әҙерлек башланы. Әлеге ваҡытта һаҡланыу саралары, ташҡынға ҡаршы көстәр барлана, хәүефле зонала йәшәгән кешеләрҙең иҫәбе алына.
Башҡортостандың гидрометеоүҙәге мәғлүмәттәре буйынса, Ағиҙелдә ҡар ҡатламы 49 сантиметр, Дим йылғаһында - 44 сантиметр тәшкил итә.
“Был күрһәткестәр нормаға ярашлы, Ағиҙелдә - 93, Дим йылғаһында 119 процент тәшкил итә”, - тип хәбәр итә Граждандарҙы яҡлау идаралығы начальнигы Рафаэль Әхмәтов.
Уртаса йыллыҡ күрһәткестәр менән сағыштырғанда, Ағиҙелдә һыу запасы - 80, Димдә 11 процент кимәлендә.