Хәүефһеҙлек
3 Март 2021, 18:00

"Ҡоҙоҡ" операцияһы башланды

Сергей Греков: "Ҡоҙоҡ кемдеке? Ни өсөн ул асыҡ булған, кем ҡарамаған? Ғәйеплеләр яуап бирәсәк".

Кисә баш ҡала урамдарының береһендә ҡыҙ баланың ҡоҙоҡҡа ҡолап төшкәне хаҡында яҙғайныҡ.
Тәүгеләрҙән булып ярҙамға Калинин районы хакимиәтенең әйҙәүсе белгесе Игорь Сәмиғуллин менән участковый килә. 31 йәшлек муниципалитет хеҙмәткәре алты метр тәрәнлектәге ҡоҙоҡҡа үҙе төшә. Бәхеткә күрә, ҡыҙҙың һаулығына зыян килмәгән. Уны ҡотҡарыусы яурынына ултыртып өҫкә алып сыға.
Был хаҡта бөгөн Өфө ҡалаһы мэры Сергей Греков социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы һәм бөгөндән башлап "Ҡоҙоҡ" операцияһы башланыуы хаҡында белдерҙе.
"Ҡоҙоҡ кемдеке? Ни өсөн ул асыҡ булған, кем ҡарамаған? Ҡаты тикшерәсәкбеҙ. Ғәйеплеләр яуап бирер. Ҡарауһыҙ ҡоҙоҡтар булырға тейеш түгел һәм кисәге кеүек ҡурҡыныс хәлдәр ҙә. Бөгөн беҙ "Ҡоҙоҡ" операцияһын иғлан иттек. Ҡала буйынса яуаплы хеҙмәттәргә тикшереп сығыу өсөн ике көн тәүлек ваҡыт бирәм. Шулай уҡ тирә-яғына вайымһыҙ булмаған кешеләрҙе лә ошо эшкә ҡушылырға саҡырам. Ҡайҙалыр асыҡ йәиһә ябылып бөтмәгән ҡоҙоҡтарҙы күрһәгеҙ, миңә фотоһүрәттәре һәм адрестары менән хәбәр итегеҙ. Халыҡтың хәүефһеҙлеге өсөн тиҙ эшләү талап ителә", - тине Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы.
Әйткәндәй, Өфөнөң төрлө райондарынан ябыҡ булмаған ҡоҙоҡтарҙы күргәндәр был операцияға әүҙем ҡушылған да инде. Хәүефле урындарҙың адрестарын яҙған комментарийҙар Сергей Грековтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә күренә лә башланы.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас