Кисә төндә Өфөнөң мәғлүмәт-диспетчер үҙәгенә бер ир шылтыратып, эте менән урманда йөрөгән сағында Баландин бульварына яҡын тәрән фоҡорҙа ятҡан ҡатынды табыуы тураһында әйтә. Уға медицина ярҙамы кәрәклеге хаҡында ла иҫкәртә.
Ваҡиға урынына полиция, медицина хеҙмәткәрҙәре юллана. Зыян күреүсене йырындан алып сығыу өсөн ҡотҡарыусылар хеҙмәте талап ителә. 38 йәшлек ҡатын өшөү, туңыу билдәләре менән дауаханаға урынлаштырыла.
Һыуыҡ көндә ҡатын тәрән соҡорға нисек барып төшкәнен бер нисек тә аңлата алмаған.