Хәүефһеҙлек
3 Март 2021, 17:00

Йәйәүлеләр юлына иғтибар етмәй

Өфөләге Пархоменко урамының Матбуғат йорто эргәһендәге участкаһында тротуар ҡыш буйы тиерлек йүнләп таҙартылманы. Әле лә...

“Башкиравтодор” йәмғиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әле автомобиль юлдарында хәрәкәт итергә мөмкин. Юлдарҙы хеҙмәтләндергәндә 1793 тонна ҡом-тоҙ ҡатнашмаһы ҡулланылған. Үткән тәүлектә бөтәһе 594 берәмек техника ҡарҙы таҙартыуға йәлеп ителгән.
Көслө ҡар Өфөнө лә урап үтмәне. Ҡала хеҙмәттәре 2 марттан көсәйтелгән режимда эшләй. Кисә Өфө биләмәләрен таҙартыуға 281 берәмек техника һәм 427 хеҙмәткәр йәлеп ителгән. “Әле ҡаланың үҙәк урамдарын, йәмәғәт транспорты туҡталыштарын, тротуарҙарҙы, күперҙәрҙе һәм юл үткәргестәрен таҙартыу буйынса эш алып барыла” тигән мәғлүмәт баҫылды Өфө ҡалаһы хакимиәтенең рәсми сайтында. Әлбиттә, мегаполиста был эште атҡарыу еңелдән түгел, урамда транспорттың күп булыуы ла ҡамасаулай.
Ысынлап та, Өфө урамдарында техника эшләй, үҙәк урамдар таҙартыла, әммә йәйәүлеләр юлына иғтибар етмәй. Мәҫәлән, Пархоменко урамының Матбуғат йорто эргәһендәге участкаһында тротуар ҡыш буйы тиерлек йүнләп таҙартылманы. Әлеге ҡарҙан һуң унан кешеләр автомобиль юлына төшөп атларға ла мәжбүр. Ҡаланың коммуналь хеҙмәттәре ошо йүнәлештә лә эште көсәйтһен ине тигән теләктәбеҙ.
Һауа шарттарына килгәндә, әле –12-нән –4 градусҡа тиклем температура һаҡлана, еңелсә ҡар яуа. Водителдәрҙе юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, тиҙлек режимын күҙәтергә саҡырабыҙ. Шулай уҡ техника эшләгән урындарҙа юл хеҙмәте техникаһына ҡамасауларға ярамай, уларҙың беҙҙең өсөн тырышҡанын аңлайыҡ.
Автор фотоһы.
Читайте нас