Республика юлдарында хәлде тотороҡландырыу, аварияларға юл ҡуймау маҡсатында ЮХХДИ инспекторҙары аҙна һайын иҫкәртеү рейдтарына сыға. Был ял һәм байрам көндәрендә лә улар сафта.
"Хөрмәтле юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар, республика халҡы һәм ҡунаҡтар! Эш аҙнаһы тамамланыуға бәйле транспорт ағымының тығыҙлығы көсәйә, шуға күрә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуға бәйле хәүефкә юл ҡуймау, төрлө ваҡиғаларға ҡарата сара күреү маҡсатында, Башҡортостан дәүләт инспекцияһы рейд саралары үткәрә. Эскән килеш рулгә ултырған водителдәрҙе асыҡлау буйынса ла эш алып барыла. Ошондай сараларҙы аңлап ҡабул итеүегеҙгә рәхмәт. Яҡшы ялдар, татыулыҡ һәм үҙ-ара яғымлылыҡ теләйем!" – тип яҙа социаль селтәрҙә республиканың ЮХХДИ идаралығы начальнигы Динар Ғилметдинов.
Әйткәндәй, 5 мартта республика юлдарында бөтәһе 12 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән, 19 кеше тән йәрәхәттәре алған. Бөгөн әлегә ике кеше һәләк булыуы тураһында мәғлүмәт бар.
Ял, байрам көндәре дауам итә. Бөтәбеҙҙең дә туғандарға барғыбыҙ, атай-әсәйҙәр эргәһенә ҡайтҡыбыҙ килә. Эйе, юлға сығайыҡ, әммә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәйек, ашыҡмайыҡ. Ашығыуҙың хаҡы бик ҡиммәт булыуы ихтимал...