Кисә Әбйәлил районының Красная Башкирия мәктәбенең ҡыйығы емерелеп төшкән. Был ваҡытта уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа мәктәптә, дәрестә булған. Бәхеткә күрә, зыян күреүселәр юҡ.
Әбйәлил район хакимиәте белдереүенсә, бер ҡатлы кирбестән төҙөлгән бинаның тимер-бетон плитәһенең емерелеп барыуы асыҡланған. Белем усағы 1970 йылда төҙөлгән. Әле 1-9 кластарҙа бөтәһе 90 бала белем ала. Ваҡиға урынына шунда уҡ район хакимиәте етәкселәре сыҡҡан. Артабан башланғыс кластар ике сменала урындағы балалар баҡсаһында белем аласаҡ, ә 5-9 кластар мәктәптең емерелмәгән яҡында уҡыуҙарын дауам итәсәк.
Магнитогорск ҡалаһынан махсус эксперттар саҡырылған, улар үҙ фекерҙәрен әйткәндән һуң авария эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса эш башланасаҡ.