Бөгөн көндөҙ Белорет районында, Өфө–Инйәр–Белорет трассаһының 103 километрында, “Volkswagen Touareg” менән “Hyundai Solaris” автомобилдәре бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә бер ҡатын һәләк булған.
Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, “Hyundai Solaris” автомобиле водителе лә алған йәрәхәттәре арҡаһында дауахана оҙатылған, ә уның пассажиры булған ҡатын "ашығыс ярҙам" машинаһы килгәнсе һәләк булған. Әле авария сәбәптәре асыҡлана.
Ошондай фажиғәле хәлдәргә тарымаҫ өсөн сәфәргә сыҡҡан һәр бер водитель кеше ғүмеренә яуаплы булыуы тураһында оноторға тейеш түгел. Ҡышҡы юл айырыуса иғтибарлылыҡты талап итә.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, иртәгә Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарында көслө ҡар, буран, елдең секундына 20 метр тиҙлеккә тиклем етеүе көтөлә. Ошондай һауа торошона бәйле юлдарҙа боҙлауыҡ, һырынтылар хасил буласаҡ, күреүсәнлек тә насарайыуы көтөлә. Был осраҡта автомобилдәр араһында һәм ситтән арауыҡты һаҡларға, көтөлмәгән хәрәкәттәргә юл ҡуйырға ярамай. Тиҙлекте мөмкин тиклем кәметеү мөһим - был һеҙҙе хәүеф тыуғанда юл-транспорт ваҡиғаһына тарыуҙан һаҡлап ҡаласаҡ.
Фото: БР ЮХХДИ идаралығынан.