Хәүефһеҙлек
8 Март 2021, 18:30

Өс кешенең ғүмере өҙөлдө...

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала көн һайын тиерлек янғындар булып тора, уларҙа кеше ғүмерҙәре өҙөлә. Бөгөн төндә Өфөнөң Ферин урамындағы туғыҙ ҡатлы йорттарҙың береһендә ут сыға.
Янғын һүндереүселәр килгәндә, дүртенсе ҡатты ут ялмап алған була. "Ҡыҙыл әтәс"те ауыҙлыҡлау өсөн 83 кеше, 26 берәмек техника йәлеп ителә, шул иҫәптән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан - 65 кеше, 21 берәмек техника. Таңғы 06.44 сәғәттә ут тулыһынса һүндерелә.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, янғында өс кешенең ғүмере өҙөлгән, 150 кеше эвакуацияланған, шуларҙың 46-ы - балалар. Шулай уҡ дүрт кешенең тәне бешкән. Йортта йәшәүселәр ваҡытлыса 51-се мәктәпкә урынлаштырылған, улар менән психологтар эшләй.
Осраҡ буйынса тикшереү бара, ут сығыу сәбәптәре асыҡлана. Янғын булған урынға район прокуроры Роберт Әминев килгән.
Фото: Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты сайты.
Читайте нас