Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
9 Март 2021, 00:00

Атҡан да ҡасҡан

Байрам мәлендә 26 йәшлек егет атыш ойошторған. Асыҡланыуынса...

Матур байрамдың йәмен ебәреүселәр табылып тора. Ишембай хоҡуҡ һаҡсылары тәртип боҙған 26 йәшлек егетте тотҡан - ул ҡала үҙәгендәге күңел асыу комплексы янында атыу ойошторған. Ваҡиға төнгө сәғәт икеләрҙә теркәлгән.
Аҙаҡ асыҡланыуынса, кафелағы ҡунаҡтарҙың береһе ҡатын-ҡыҙ менән талашып, залда шау-шыу тыуҙырған. Икенсе бер егет уға йәмһеҙ ҡылығы өсөн шелтә яһағас, көслө зат үҙ-ара талашып киткән. Шунан һуң егеттәр мөнәсәбәт асыҡларға урамға сыҡҡас, иҫкәрмә яһаған ир оппонентына пневматик пистолеттан атҡыслаған да ҡасҡан.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәте мәғлүмәтенсә, бит-йөҙө, ҡул-аяғы яралы 27 йәшлек ирҙе дауаханаға оҙатҡандар. Ә атыш ойошторған 26 йәшлекте полицейскийҙар "эҫе" мәлендә эләктергән. Хәл-ваҡиға буйынса тикшереү бара.

Фото: Ufa-bezformata.com
Читайте нас: