Бөгөн Өфө районында, Һамар – Өфө – Силәбе юлында ҡот осҡос авария теркәлде. М5 трассаһының 1456-сы километрында ике ҙур йөк машинаһы менән “Митсубиши Лансер” еңел автомобилдәре төкөлөштө.
Был хәлдән һуң авария мәленең видеояҙмаһы социаль селтәрҙә урынлаштырылды. Унан күренеүенсә, “КамАЗ” водителе һул яҡ рәттән ҙур тиҙлектә килеп, еңел автомобилгә бәрелә һәм уны бер нисә метр этеп алып барғандан һуң, алда торған икенсе ҙур йөк машинаһы аҫтына бәреп индерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кешеләрҙең был авариянан иҫән ҡалыу мөмкинлеге булмай. Ҡалай өйөмөнә әйләнгән машинанан водитель һәм уның пассажирының үлгән кәүҙәләрен генә алалар.
Әлеге ваҡытта аварияның сәбәптәре асыҡлана. Урында инспекторҙар һәм башҡа хеҙмәттәр эшләгән.
Әлеге йә буран, йә туңдырған, йә иреткән ваҡытта юлдарҙа айырыуса һаҡ булырға кәрәк. Сираттағы тапҡыр юлда иғтибарлы булырға, ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә, тиҙлекте арттырмаҫҡа һәм хәүефһеҙ дистанция һаҡлап йөрөргә саҡырабыҙ. Имен булайыҡ!