Хәүефһеҙлек
10 Март 2021, 16:30

Ҡатын янып үлгән...

9 мартта төн уртаһында өс ҡатлы йортта янғын сыға. Хужабикә һәләк була, ә уның ҡыҙы менән ире...

10 мартта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфө янындағы "Йәйғор" баҡсасылыҡ ширҡәтендә янғын сығып, бер ҡатын һәләк булған. Уның ҡыҙы һәм ире имен ҡотола алған.
9 мартта төн уртаһында янғын өс ҡатлы йорттоң 36 квадрат метрын солғап ала. Ут хужабикәнең бүлмәһендә башланған, ти ведомство хеҙмәткәрҙәре. Янғынды бер сәғәттән ашыу һүндерергә тура килә.
16 йәшлек ҡыҙ төтөн эсенән үҙаллы сығып, ҡотҡарыусыларҙы саҡырта. Утты һүндергән ваҡытта 39 йәшлек ҡатындың үле кәүҙәһе табыла. Ә тәне янған 43 йәшлек иргә амбулатор дауаланыу тәғәйенләнгән.
Янғын сәбәптәре тикшерелә.
Фото: Sobkor102.ru
Читайте нас