Һауа торошоноң насар тороуына бәйле бөгөн киске сәғәт 7-нән алып 11 март иртәнге 9-ға тиклем Юлдыбай – Аҡъяр – Сара юлында (1+325 – 25+400 километрҙа) бөтә төр транспорт саралары өсөн хәрәкәт итеү ваҡытлыса сикләнде.
Башҡа юлдарҙа ла сикләүҙәр индерелеүе ихтимал. Иғтибарлы булығыҙ! Сикләү ваҡытының үҙгәреүе лә бар.
Хөрмәтле водителдәр! Һауа торошо яҡшырғанға тиклем ҡырға сыҡмай торорға кәңәш итәбеҙ. Шулай уҡ юлда булғандарҙан хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һаҡлауҙарын, тиҙлекте күҙәтеүҙәрен һорайбыҙ. Үҙегеҙ менән запасҡа яғыулыҡ, ашамлыҡ һәм йылы кейем алығыҙ. Мохтажлыҡ булмағанда, өйҙә ҡалыу хәйерле.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығында оператив штаб эшләй. Халыҡҡа ярҙам итеү маҡсатында бер стационар һәм ике мобиль йылытыу пункты булдырылған. Улар бөтәһе 79 кешене һыйҙыра ала.
Ашығыс хеҙмәттәрҙең берҙәм телефоны – 112.
“Урал буйы” идаралығының тәүлек әйләнәһенә эшләгән диспетчер хеҙмәте телефоны – 8-917-046-79-53.
Өфө ҡалаһындағы Коммуналь хужалыҡ идаралығының тәүлек әйләнәһенә эшләгән диспетчер хеҙмәте телефоны – 8-347-273-39-94.
Башҡортостан Юл хужалығы идаралығының тәүлек әйләнәһенә эшләгән диспетчер хеҙмәте телефоны – 8-927-955-11-00.