Хәүефһеҙлек
10 Март 2021, 09:00

Иғтибар: юлдар ябылды!

Республикала көслө ҡар яуа һәм буран ҡотора. Бөтә төр транспорт саралары өсөн хәрәкәт итеү тыйылды.

Республикала көслө ҡар яуа һәм буран ҡотора, юлдарҙа боҙлауыҡ, көрт. Ошоға бәйле “Приуралье” юл идаралығы, бөгөн 10.50 сәғәттә федераль әһәмиәттәге З240 “Өфө – Ырымбур” юлындағы 200 – 274-се саҡрымдағы участкала бөтә төр транспорт саралары өсөн хәрәкәт итеү тыйылды, тип хәбәр итте.
Шулай уҡ М-5 "Урал" федераль трассаһында Мәскәү - Рязань - Өфө - Силәбе юлында 170-260-сы саҡрымда Ырымбур өлкәһендә Краснощенково һәм Гай пункттары эргәһендә, шулай уҡ М5 "Урал" трассаһының Пенза - Һамар - Өфө - Силәбе арауығында 273+312-се һәм 288+000-се километрҙа юл ябылған. Ырымбур өлкәһендә Шарлыҡ, Буланово, Татар Ҡарғала ауылдары эргәһендә Р-239 Ҡазан - Ырымбур - Аҡбулаҡ юлында (Ҡаҙағстан Республикаһы сиге) 573 - 694-се километрҙа ла сикләү индерелгән.
Ошондай уҡ хәл Башҡортостанда һәм Ырымбурҙа Р-240 Өфө - Ырымбур юлында 274+308-се километрҙан 316+902-се километрға тиклем сикләү индерелгән, йәғни Яңы Мораптал, Октябрьский һәм Имнғол ауылдары эргәһендә. Р-240 Өфө - Ырымбур юлындағы 206+000-се километрҙан 274+308-се километрҙа ла сикләү индерелгән. Башҡортостандың Мәләүез, Күмертау һәм Яңы Мораптал тораҡ пункттары эргәһендә.
Р-240 Өфө - Ырымбур трассаһы участкаһында 125+000-се километрҙан 206+000-се саҡрамға тиклем участкала пассажир автобустары, маршрут таксиһы, йөк автомобилдәре өсөн юл ябылды, йәғни Башҡортостан Республикаһында һәм Ырымбур өлкәһендә. Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Мәләүез ҡалалары янындағы юл участкаларында сикләүҙәр индерелгән.
Әлегә сикләү ваҡыты урындағы ваҡыт менән көндөҙгө сәғәт 4-кә тиклем көсөндә ҡаласаҡ, әммә һауа торошо насар булғанда тыйыуҙы оҙайтыуҙары ла ихтимал.
Шулай уҡ 11 мартҡа ҡарай төндә лә елдең секундына 15-20 метрға тиклем көсәйеүе көтөлә, күреү һәләте 500-1000 метрға тиклем кәмей, юлдарҙа боҙлауыҡ, һырынты, көрт һалыуы көтөлә.
Бындай насар көндә автомобиль хужаларына юлға сығыуҙан тыйылыуы хәйерле. Ә инде берәй көтөлмәгән хәл килеп тыуғанда, 112 һандарына шылтыратығыҙ.
Автор фотоһы.
Читайте нас