Хәүефһеҙлек
11 Март 2021, 07:00

Өс кеше ғүмере өсөн кем яуап бирер?

Был янғында 12 йәшлек бала ла һәләк булған.

7 мартта көндөҙгө сәғәт 2-лә Өфө ҡалаһының Ферин урамындағы туғыҙ ҡатлы йорттоң дүртенсе ҡатында янғын булғайны. Унда өс кешенең ғүмере өҙөлдө, шул иҫәптән 12 йәшлек баланың.
Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығының Өфө ҡалаһы Калинин районы буйынса тәфтиш бүлеге “һаҡһыҙлыҡ арҡаһында ике һәм унан да күберәк кешенең үлеменә килтереү” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты.
Енәйәт эшен тикшереүҙе республиканың Тәфтиш идаралығы етәкселеге контролгә алды.
Фото: БР буйынса Тәфтиш комитетынан.
Читайте нас