10 март кис Стәрлебаш районының Айҙарәле ауылындағы бер өй янып китеп, ҡотҡарыусылар килеп еткәнсе тулыһынса ут ҡамауында ҡалған. Бер аҙ ваҡыттан янғын ауыҙлыҡланған, бәхеткә, бер кем дә зыян күрмәгән.
Был осраҡта торлаҡта төтөндө иҫкәртеүсе ҡоролманың булыуы фажиғәнән аралаған тип ныҡлы әйтергә була. Янғын сыҡҡан ваҡытта өйҙә 60 йәшлек ирҙең булғаны билдәле. Ул хәүефле зонанан үҙаллы сыға алмай. Шул саҡ күршеһе Илвер Бәҙретдинов иҫкәрткестең сыйылдағанын ишетеп ҡалып, ярҙамға ашыға. Күп уйларға ваҡыт булмай уға: тәҙрәне ярып, ҡуйы төтөн эсенән хужаны эҙләп таба һәм хәүефһеҙ урынға сығара.
Илверҙың тәүәккәл, етеҙ эш итеүе арҡаһында ҙур фажиғәгә юл ҡуйылмай тигән фекерҙә ҡотҡарыусылар. Юғалып ҡалмауы, ҡыйыулығы өсөн замандашыбыҙҙы наградаға тәҡдим итергә уйлайҙар.