Башҡортостан ЮХХДИ идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ял көндәрендә барлыҡ республика буйынса рейдтар уҙа.
"Был саралар аварияларҙы кәметеүгә һәм юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙа тәртипте көсәйтеүгә йүнәлтелгән. Уларҙы үткәреү мөһимлеген аңлап ҡабул иткәнегеҙгә рәхмәт. Бөтәгеҙгә лә хәүефһеҙ юлдар!" – тип яҙҙы республиканың баш автоинспекторы Динар Ғилметдинов.
Әлеге осорҙа юл икеләтә хәүефле. Тиҙлекте арттырмағыҙ, ҡаршы һыҙатҡа сыҡмағыҙ, көтөлмәгән хәрәкәттәр яһамағыҙ тип иҫкәртәләр ведомствонан.