Бөгөн төндә Мәләүез - Ҡаран тимер юлы киҫелешенең 226-сы километрында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.
Республика дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә,"Kia Spectra" автомобиле рулендәге 18 йәшлек водитель, тыйыу билдәһе тороуға ҡарамаҫтан, тимер юл киҫелешендәге 76 йөк вагонын тартҡан тепловоз менән бәрелешә. Һөҙөмтәлә үҙе һәм 20 йәшлек пассажиры зыян күрә. Әле авария буйынса тикшереү эштәре бара.
Тәүлек әйләнәһенә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 3300-ҙән ашыу осрағы теркәлгән, алты юл-транспорт фажиғәһе асыҡланған, спиртлы эсемлек эскән килеш рулгә ултырған 52 водитель туҡтатылған, аварияларҙа ете кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Юлдарҙа һаҡ булайыҡ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!