Хәүефһеҙлек
14 Март 2021, 13:00

Ҡар таҙартам тип...

Ике тәүлек буйы табиптар уның ғүмерен һаҡлау өсөн көрәшә.

Өфөлә “Новиковка” идарасы компанияһының 58 йәшлек хеҙмәткәре фажиғәгә тарыған. Әле бәхетһеҙлек осрағын республиканың дәүләт хеҙмәт инспекцияһы тикшерә.
Ир бина ҡыйығын ҡарҙан таҙартҡанда 2,5 метр бейеклектән ергә ҡолай. Уны ашығыс рәүештә 21-се дауаханаға килтерәләр. Ике тәүлек буйы табиптар уның ғүмерен һаҡлау өсөн көрәшә, тик ҡотҡара алмайҙар. Асыҡланыуынса, ҡар таҙартыу хеҙмәт бурысына инмәгән. Өҫтәүенә эшсе менән ҡар таҙартыу буйынса инструктаж үткәрелмәгән, бер ниндәй һаҡланыу саралары файҙаланылмаған. Әгәр бөтә тейешле ҡағиҙәләр үтәлгәндә, бындай үкенесле ваҡиғаға юл ҡуйылмаҫ та ине. Тикшереү материалдары Тәфтиш комитетына ебәрелгән.
Ҡышҡы тәбиғәттең ҡырыҫлығы, ҡар баҫыуы, ҡыйыҡтарҙан боҙ ишелеп төшөүе, ҡар таҙартҡанда һаҡланыу ҡағиҙәләрен үтәмәү сәбәпле йыл һайын бәлә-ҡаза булып тора. Күпме фажиғә, үкенесле юғалтыуҙар... Барығыҙҙы ла хәүефле осорҙа уяу булырға, барыбыҙға ла билдәле булған ябай, әммә тейешле талаптарҙы үтәргә саҡырабыҙ.
Фото: BashNews.
Читайте нас