Балаларыбыҙҙың хәүефһеҙлегенә туранан-тура ҡағылған был мәғлүмәтте таратмайынса булмай.
"Минең Өфөм" яңылыҡтар порталында хәбәр ителеүенсә, ошо көндәрҙә кис Сипайлово биҫтәһендә билдәһеҙ әҙәм уҡыусы малайға бәйләнә, ата-әсәһе тураһында белешә, фатирға индереүен һорай. Ҡурҡҡан бала супермаркетҡа йүгереп инеп, шунда эҙәрлекләүсеһенән ҡотолорға уйлай. Әммә ир ҙә малайҙың артынан магазинға инә. Уҡыусы ҡайһылыр бер арала урамға атылып сыға ла өйөнә йүгерә.
Аҙаҡ урамдағы видеокүҙәтеү камераларын ҡараған саҡта баланың ата-әсәһе билдәһеҙ әҙәмдең улдары артынса магазиндан сығып, ҡараштырып тороуын күрә. Бәхеткә, был мәлгә малай уның күҙ уңынан ысҡынған була.
Ошо уҡ кистә ирҙе 155-се мәктәп янында ла күргәндәр. Шаһиттар әйтеүенсә, ул уйнап йөрөгән балаларға ентекләп ҡарап йөрөгән.
Балаларыбыҙға һәр ерҙә уяу, иғтибарлы булырға, ят кешеләр менән һөйләшмәҫкә, үҙҙәрен эҙәрлекләүҙәрен һиҙгән осраҡта, урамдағы ололарҙан ярҙам һорап ҡысҡырырға оялмаҫҡа кәрәклеген һәр саҡ төшөндөрөп торайыҡ, ата-әсәләр!