Хәүефһеҙлек
14 Март 2021, 13:45

Бер өҫкә, бер аяҡ аҫтыңа ҡара

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты бинаһы янында күңелһеҙ хәл булды.

Ҡарҙар яуып, бурандар ҡоторһа ла, һәр ерҙә яҙ һулышы һиҙелә. Ҡыйыҡтарҙа боҙбармаҡтар эленә, ҡар аҡрынлап ишелә бара. Шуға күрә йәйәүлеләр өсөн үтә хәүефле осор башланды, һәр беребеҙҙән иғтибарлылыҡ талап ителә.
Күп фатирлы йорттар, бейек биналар янынан үткән саҡта бигерәк тә иғтибарлы булығыҙ, өҫтөгөҙгә ҡар ишелмәһе килеп төшмәһен. Ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһында күңелһеҙ хәл теркәлгән. Ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығынан белдереүҙәренсә, Ленин урамынан үтеп барғанда 60 йәшлек ҡатындың өҫтөнә ҡар төшә. Инцидент Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты урынлашҡан өс ҡатлы бина янында була.
Ваҡиға урынына "Ашығыс ярҙам" бригадаһы саҡыртыла, улар зыян күреүсене тиҙ арала дауаханаға илтә. Хәүефле урын ҡыҙыл таҫма менән уратылған, осраҡ буйынса ғәйепләнеүсе яуап бирәсәк.
Ошондай күңелһеҙ хәлдәр булмаһын өсөн ойошма-учреждение, шәхси магазин хужаларына, шулай уҡ торлаҡ-коммуналь хеҙмәткәрҙәренә ҡыйыҡтарҙа эленеп торған боҙбармаҡтарҙы юҡ итергә, ҡыйыҡтағы ҡарҙы таҙартырға ҡушыла.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас