Быйыл Р-240 трассаһы янындағы барлыҡ ауылдар яҡтыртыласаҡ. Бының өсөн “Урал буйы” юлдар идаралығы предприятиеһы заказы буйынса 167 километрлыҡ кабель линияһы һалынды һәм биш меңдән ашыу яҡтылыҡ бағанаһы ҡуйылды.
Былтыр йыл аҙағында, алдан 16-сы километрҙан алып 26-сы километрға тиклем – аэропортҡа боролған урындан Булгаков ауылына тиклемге участкала – яҡтылыҡ тоҡандырылды ла. Ҡалған участкаларҙа электр яҡтылығын тоҡандырыу этаптар буйынса эшләнәсәк. Сираттағыһы быйыл йәй буласаҡ. Һөҙөмтәлә трасса буйындағы барлыҡ ауылдар ҙа яҡтыртыласаҡ.
Бында һүҙ Өфөнән алып Стәрлетамаҡҡа тиклемге ара хаҡында бара. Шулай уҡ Николаевский, Ергән, Мәләүез, Ольховка, Асҡар, Иҫке Мораптал, Яңы Мораптал, тимер юлы үткәүелдәре һәм күперҙәр инә.
Барлыҡ төҙөлөш-монтажлау эштәре быйыл йыл аҙағына тиклем тамамланасаҡ. Юлсылар фекеренсә, был сара ла, башҡа юлдарҙы хәүефһеҙ һәм сифатлы итеү эштәре менән бер рәттән, Өфө – Ырымбур трассаһында авариялар осраҡтарын кәметеү мөмкинлеге бирәсәк.
Фото: "Урал буйы" юлдар идаралығы.