Хәүефһеҙлек
17 Март 2021, 15:30

Адвокаттың ғүмерен кем өҙгән?

Бөгөн баш ҡалала ҡот осҡос ҡанлы ваҡиға теркәлде. Асыҡланыуынса, өс бала атаһына...

Бөгөн Өфөлә ҡот осҡос хәл теркәлгән: көпә-көндөҙ Пушкин урамында бер ир икенсеһен бысаҡ менән сәнскән.
Тәүҙә низағлашҡан икәүҙе бихисап шаһит ҡарап торған, телефонға төшөргән, әммә һуғышҡан ирҙәрҙе айырырға уйламағандар ҙа. Унан ирҙәрҙең береһе икенсеһенә бысаҡ менән ташланып, йәрәхәтләп, ергә йыҡҡас, шаһиттар ярҙамға саҡыра башлаған, үтеп барған автомобилдәр сигнал биргән. Һөҙөмтәлә енәйәтсе ҡурҡып, ҡанға батҡан ҡорбанын юл уртаһында ҡалдырып, ҡасып киткән.
Әлегә хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре был ваҡиға буйынса рәсми комментарийҙар бирмәгән. Низағтың нимә өсөн сыҡҡаны ла билдәһеҙ.
Ир шул урында йән биргән. Бәғзе сығанаҡтарҙағы мәғлүмәттәр буйынса, ул – Александр Елисеев, адвокат, өс бала атаһы. Уның ғүмерен өҙгән ҡәбәхәт иһә юристың клиенты булған тигән мәғлүмәт тә бар.
Енәйәтсе вәхши ҡылығынан һуң йыраҡ та китмәйенсә үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташҡан, әммә уны полиция хеҙмәткәрҙәре тотоп өлгөргән, ҡулға алған. Хәлдең бар үҙенсәлектәре асыҡлана.
Фото: “Баш ДТП“ төркөмө.
Читайте нас