Хәүефһеҙлек
18 Март 2021, 17:00

"Был хәлгә ысын күңелдән ҡайғырам..."

Хакимиәт башлығының үкенес һүҙҙәре был...

Көндәрҙең берсә йылытып, берсә һыуытып тороуы өй баштарындағы ҡарҙы ҡатырып, урынынан ҡупшытып, шыуып төшөү ҡурҡынысы тыуҙырҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өҫтән төшкән ҡарҙан зыян күргәндәр тураһында әленән-әле ишетелеп тора. Шуның өсөн һәр кемде хәүефле урындан үткән саҡта бик һаҡ булырға саҡырабыҙ.
15 мартта Өфөнөң Ҡулса урамындағы күп ҡатлы йорттарҙың береһе янынан үткән саҡта 14 йәшлек бала бәләгә тарыған - уға ҡыйыҡтан шыуған боҙло ҡарҙың бер өлөшө эләккән. Башы йәрәхәтләнгән малайҙы дауаханаға оҙатҡандар.
Өфөнөң Орджоникидзе районы буйынса тәфтиш комитеты был бәхетһеҙ осраҡ буйынса тикшереү башлаған. Ваҡиға бар яҡлап өйрәнелеп бөткәс, ҡыйыҡты таҙартыуға яуаплы ойошмаға, етәксегә, хеҙмәткәрҙәргә хоҡуҡи баһа биреләсәк.
Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы Марат Ғәлиуллин бәләгә тарыған мәктәп уҡыусыһының хәлен барып белешкән. "Был хәлгә ысын күңелдән ҡайғырам", - тип белдергән, баланың тиҙерәк шәбәйеүен теләгән. Етәксе ҡар шыуыу хәүефенә ҡаршы ныҡлы эш алып барыласағы тураһында әйткән. Уның менән бергә малай белем алған 86-сы гимназияның директоры ла барған.
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас