Кисә көпә-көндөҙ Өфө үҙәгендә булған ҡырағай енәйәт бар республика халҡын тетрәндергәйне.
Ике ир Пушкин урамында һуғышып китеп, береһе уны ҙур һунар бысағы менән сәнсеп үлтергән. Аҙаҡ ваҡиға урынынан ҡасып китеп, икенсе ерҙә үҙенә ҡул һалырға маташҡаны ла билдәле. Енәйәтсене Зәки Вәлиди урамында табалар: ҡан эсендә ятҡан, үҙенә үҙе атҡан. Уны табиптар ҡотҡарып ҡалған.
Һуңғараҡ асыҡланыуынса, юрист ирҙе хеҙмәт эшмәкәрлеге өсөн үлтергәндәр. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, юрист бер компанияны банкротлау эше менән шөғөлләнгән, ә ул үлтереүсенең әсәһенеке булған. 33 йәшлек юристың ике бәләкәй балаһы һәм ауырлы ҡатыны ҡалған.
Ә енәйәтсенең хәле тураһында бер нәмә лә билдәле түгел ине. Бөгөн республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, уға Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында операция яһағандар. Хәле тотороҡло ауыр тип баһалана. Ул аңында, тик реанимацияла ята. Хәленә ҡарап, палатаға күсереү мәсьәләһе хәл ителә.
Өфөнөң Киров районы буйынса тәфтиш бүлеге 49 йәшлек иргә ҡарата "үлтереү" статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты.