Хәүефһеҙлек
19 Март 2021, 03:30

Сәйер яҙыу ғына ҡалдырған...

Дмитрий Васильевты күргән-белгән кешеләрҙең полицияға 02 (102) телефоны буйынса шылтыратыуҙарын бик үтенеп һорайҙар.

27 йәшлек Дмитрий Васильев әсәһенә һәм ағаһына сәйер яҙыу ҡалдырған да өйҙән сығып киткән. “Алыҫҡа киткәнлеген белдергән. Ғәфү үтенгән. Бурыс түләү тураһында шылтыратыуҙары ихтималлығын иҫкәрткән һәм телефонды алмаҫҡа ҡушҡан. Етмәһә, беҙгә күсеп китергә кәңәш иткән,” - тип аптырашта ҡалған туғаны Денис.
Денистың әйтеүенсә, декабрҙә ул яҡындарына микрофинанс ойошмалары менән иҫәпләшеүе һәм бурыстарҙан ҡотолоуы хаҡында белдергән. Моғайын, был дөрөҫлөккә тап килеп бөтмәйҙер, тип иҫәпләй егет. “Бөтә таныштар менән һөйләштек, Диманың юғалыуын хәбәр иттек. Уны бер кем дә күрмәгән. Паспортын һәм телефонын алған, банк картаһы өйҙә ҡалған,” - тип аптырай ул. Дмитрийҙың туғандары уның юғалыуы хаҡында полицияға ғариза яҙған.
”Лиза Алерт” эҙләү-ҡотҡарыу отряды ирекмәндәре лә егетте эҙләүгә тотонған. Һуңғы тапҡыр уны Черниковка биҫтәһендәге “Лопатин” туҡталышында күргәндәр. Дмитрий Васильевты күргән-белгән кешеләрҙең полицияға 02 (102) телефоны буйынса шылтыратыуҙарын бик үтенеп һорайҙар.
Фото:”Башинформ”.
Читайте нас