Күпме иҫкәртеүҙәргә ҡарамаҫтан, халыҡ һаман булһа мутлашыусылар ҡорбанына әйләнеүен дауам итә. Был юлы Ишембай районында йәшәүсе 65 йәшлек пенсионер ир ярҙам һорап ҡала полицияһына мөрәжәғәт итә.
Зыян күреүсе белдереүенсә, уға бер ир шылтырата һәм үҙен банктың хәүефһеҙлек хеҙмәте хеҙмәткәре тип таныштыра. Ул пенсионерҙың иҫәп картаһының номерын әйтеп, билдәһеҙ кешеләр унан аҡса алырға маташа, ти. Быға юл ҡуймаҫ өсөн ялған хеҙмәткәр ышаныусан оло кешенең карта иҫәбендәге бөтә сумманы алып үҙе әйткән карта номерына күсерергә ҡуша.
Ялған банк хеҙмәткәренең әйткәндәрен теүәл үтәп, барлыҡ аҡсаһын юғалтыуҙан ҡурҡҡан оло йәштәге ир үҙе лә һиҙмәҫтән мутлашыусы ҡулына эләгә һәм үҙ ҡулы менән уның иҫәбенә 2 миллион 400 меңдән ашыу аҡсаһын күсерә. Аҡса күсерелгәс тә, мутлашыусы менән бәйләнеш өҙөлә. Шул мәлдә пенсионер ир үҙенең алданыуын аңлай һәм хоҡуҡ-һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә.
Йәнә бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: банк хеҙмәткәрҙәре тип алдап шылтыратыусыларға бер ваҡытта ла иҫәп картаһынаң номерын әйтергә ярамай. Сит номерҙан шылтыратыусылар булһа, абай булығыҙ!