“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы Өфө ҡатыны тарыған күңелһеҙ хәл тураһында хәбәр итте. Баҡһаң, 47 йәшлек Эльвира Оттева Төркиә гражданының ҡолона әүерелә яҙған.
Хәл былайыраҡ була. Ҡатын интернет аша 40 йәшлек Альпен Мутлу исемле бай ир менән таныша. Күп тә үтмәй, ул Эльвираны Истамбулға саҡыра.
Артабан нимә булғанын төрөк матбуғат саралары хәбәр итә. Таныштар ҡала ҡунаҡханаһында урынлаша. Бер мәл Альпен иҫереп китә һәм яҡташыбыҙға һорау бирә. Тик Эльвираның яуабы оҡшамағас, уны туҡмай башлай, ҡулына нимә эләгә - шуны ташлай.
Туҡмалыуы тураһында яҡташыбыҙ ике көн үткәс, ир магазинға аҙыҡ-түлек алырға сыҡҡас ҡына хәбәр итә ала. Ҡунаҡхана хеҙмәткәрҙәре шунда уҡ полиция саҡырта, ә Эльвираны ҡурҡыныс йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙаталар.
Хоҡуҡ һаҡсылары ирҙән ҡатынды ни өсөн туҡмағаны тураһында һорай. Альпен был ҡылығын, Эльвира беҙҙең енси бәйләнеш тураһында ҡатыныма әйтеү менән янаны, хәл шул сәбәпле килеп сыҡты, тип аңлата.
Әйткәндәй, яҡташыбыҙ дауахананан сыҡҡан һәм әле Өфөгә әйләнеп ҡайтҡан.