Хәүефһеҙлек
22 Март 2021, 10:30

Баш ҡала йылғаларында боҙ бысыу эштәре бара

Синоптиктар фаразы буйынса, баш ҡала йылғаларында боҙ 9-12 апрелдә китәсәк.

Өфөлә ташҡын ваҡытында йылғаларҙа тығын барлыҡҡа килмәһен өсөн, күпер таяуҙары янындағы боҙҙарҙы бысыу эштәре башланды. Әле эштәр Затон күпере аҫтында бара.
“Иң тәүҙә күпер таяуҙары эргәһендә, йылға ағымы ыңғайына мәкеләр уйыла, шунан 250 квадрат метр майҙанда боҙ бысыласаҡ. Һуңынан боҙҙо ҡарайтыу процесы башлана: боҙ өҫтөнә күмер, ҡом һибелә. Был ҡояш нурҙарын күберәк йәлеп итеп, иретеүҙе көсәйтеү өсөн башҡарыла”, - тип эш барышы менән таныштырҙы “СУРСИС” МУП-ының участка начальнигы Ринат Насиров.
Боҙ бысыу һәм ҡарайтыу эштәре март аҙағында тамамланасаҡ. Синоптиктар фаразы буйынса, баш ҡала йылғаларында боҙ 9-12 апрелдә китәсәк.
Фото: Өфө Граждандарҙы яҡлау идаралығынан.
Читайте нас