Белорет ҡалаһының Косоротов урамында үлемесле юл фажиғәһе теркәлде.
Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, "Mercedes Benz" автомобиленә идара иткән 36 йәшлек водитель 28 йәшлек юл эшсеһен тапатып үлтергән. Уның руль артына эскән килеш ултырғаны асыҡланған.
“2019 йылда водитель иҫерек көйө машина йөрөткәне өсөн транспорт сараһына идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителгән булған. Судтан һуң танытмаһын тапшырмаған”, - тип аңлата полицейскийҙар. Иномарка водителе юлда эшләп йөрөгән хеҙмәткәрҙе лә, кәртәләрҙе лә, ваҡытлыса ҡуйылған билдәләрҙе лә күрмәгән.
Водителдәрҙе юл йөрөү ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырабыҙ. Үҙегеҙҙе лә, юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙы ла хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ, иҫән-һау йорттарығыҙға әйләнеп ҡайтығыҙ!