21 март көндөҙ Күмертауҙың Йәшел урамындағы күп балалы ғаилә йәшәгән йортта янғын сыҡҡан. Ҡотҡарыусылар килеп еткәс, кирбес соланлы ағас өйҙә ут сыҡҡанлығын, хәүефтең эргәләге йорттарға ла янағанлығын күрә.
"Утты йәһәт кенә һүндереүгә өлгәшелде. Йорттоң ҡыйығы, соландың стеналары һәм түбәһе ныҡлы зыян күргән, өй үҙе бик бирешмәгән. Тағы ла шуны билдәләү мөһим: эстә янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма бар, уны күп балалы ғаиләгә ташламалы программа буйынса ҡуйғандар. Иҫкәрткес үҙ тәғәйенләнешен башҡарған: бәхеткә, зыян күреүсе юҡ", - тигәндәр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәтендә.