Хәүефһеҙлек
23 Март 2021, 07:00

44 йәшлек ир һәләк булған

Кисә көпә-көндөҙ Дүртөйлө районында...

Кисә көндөҙ Дүртөйлө районының Иҫке Уртай ауылында янғын сығып, унда 44 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлгән. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында әйтеүҙәренсә, әлеге ваҡытта фажиғә сәбәптәре асыҡлана.
Утты һүндереүгә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы ҡотҡарыусылары һәм урындағы хеҙмәткәрҙәр ҡатнашҡан.
2021 йылдың башынан Башҡортостанда 1326 янғын булған, уларҙа 72 кешенең ғүмере ҡыйылған.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас