Хәүефһеҙлек
23 Март 2021, 08:00

Күршеһенә бысаҡ менән ташланған

Бергә табын ҡорған күршеләр, аҙаҡ үҙ-ара ыҙғыш сығара.

Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районының тәфтиш бүлеге 57 йәшлек иргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Республика буйынса Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 18 мартта тәфтиш бүлегенә ҡала дауаханаһына 46 йәшлек муйынына бысаҡ сәнселгән ҡатынды килтереүҙәре тураһында хәбәр ителә. Ваҡиға урынына оператив-тикшереү төркөмө сыға.
Асыҡланыуынса, 17-нән 18-нә ҡараған төндә зыян күреүсе үҙенең күршеһенә ҡунаҡҡа килә. Эске табынында улар араһында көнләшеү сәбәпле ыҙғыш сыға, ғәйепләнеүсе ҡулына бысаҡ алып, күрше ҡатынға бер тапҡыр сәнсә һәм бер ни булмағандай эсеүен дауам итә.
Бер нисә сәғттән һуң зыян күреүсенең ҡыҙы әсәһен эҙләргә тотона, уны күршеләренең фатирында таба һәм "Тиҙ ярҙам", полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡырта.
Башта ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен танырға теләмәй, аҙаҡ инҡар итә алмаҫлыҡ дәлилдәр килтерелгәс, тулыһынса таный. Ир һаҡ аҫтына алынған, уға ҡарата енәйәт эше асылған. Шуныһы ҡыҙғаныс: ике күршенең дуҫлығы эскелек арҡаһында ғүмерлеккә өҙөлөргә мәжбүр була.
Фото:sledcom.ru
Читайте нас