Хәүефһеҙлек
24 Март 2021, 09:00

Бер машинала биш бала булған...

Бөгөн Йылайыр районының Матрай ауылы эргәһендә “ВАЗ” еңел автомобиле менән "ГАЗ-53" йөк машинаһы бәрелешкән.

Йылайыр районынан бик тә күңелһеҙ хәбәр килде: бөгөн иртән юл-транспорт фажиғәһе арҡаһында биш бала зыян күргән.
Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, Йылайыр районының Матрай ауылы эргәһендә унынсы модель “ВАЗ” еңел автомобиле менән "ГАЗ-53" йөк машинаһы бәрелешкән. Барлыҡ балалар ҙа еңел машинала ултырған.
Балаларҙы ҡыйралған транспорт сараһы эсенән ҡотҡарыусылар сығарған. Әлеге ваҡытта икәүһенең ауыр хәлдә икәнлеге мәғлүм. Уларҙы Сибай ҡала дауаханаһына оҙатҡандар. Төрлө тән йәрәхәттәре алған тағы өс бала Йылайыр район дауаханаһына ебәрелгән, тип хәбәр итә ҡотҡарыусылар.
Әлеге ваҡытта ваҡиғаның сәбәптәре асыҡлана.
Юл хаталарҙы ғәфү итмәй! Бигерәк тә яҙғы тайғаҡ осорҙа. Шуға күрә һаҡ булығыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Фото: Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы
Читайте нас