Хәүефһеҙлек
24 Март 2021, 10:30

Ирекмәндәрҙе бүләкләнеләр

2020 йылдың яҙында короновирус пандемияһы осоронда Башҡортостанда 40 меңдән ашыу кеше ярҙамдан файҙаланған.

Өфөлә #БеҙБергә бөтә Рәсәй үҙ-ара ярҙам акцияһы нигеҙендә мохтажлыҡ кисергән өлкәндәргә аҙыҡ-түлек йыйылмаһы туплауҙа һәм тапшырыуҙа ҡатнашҡан ирекмәндәр бүләкләнде. 2020 йылдың яҙында короновирус пандемияһы осоронда Башҡортостанда 40 меңдән ашыу кеше ошондай ярҙамдан файҙаланған. Бүләкләү сараһында “Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының бизнес-платформаһы” попечителлек советы етәксеһе Владимир Сенин ҡатнашты.
“Йыл ысынлап ауыр булды. #БеҙБергә акцияһы – иң яҡшы кешелек сифаттарының сағылышы ул. Сараны ойоштроуҙа Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты ҙур әһәмиәткә эйә булды. Йыл үтте, пандемия артҡа сигенә, вакцинациялау әүҙем бара. Коронавирус таралған осорҙа күрелгән сараларҙың ҡабатланыуын теләмәйбеҙ, әммә шул мәлдә ярҙам иткән кешеләр халыҡ, төбәк һәм ил файҙаһына ижтимағи мөһим башҡа эштәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн бөгөн дә бик кәрәк”, – тине Владимир Сенин.
Өлкәндәргә ярҙам күрһәтеү проектында ҡатнашҡан өсөн Өфө хосписы директоры Радмила Сурначева, Ауыл хужалығы министрлығының бүлек начальнигы Оксана Шапранова, ирекмән-табиптар Дарья Сизоненко, Регина Рәхимова, Элина Рамаҙанова, Эльвина Шәйәхмәтова, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Виталий Брыкин һәм төбәк башҡарма комитеты координаторы Максим Вдовин Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты башҡарма комитеты етәксеһе Михаил Кузнецовтың рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы рәйестәше Шамил Вәлиевкә коронавирус осоронда граждандарға ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән йәмәғәт проекттарын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашҡан өсөн Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Рәхмәт хаты тапшырылды.
Фото: bashinform.ru
Читайте нас