20 йәшлек егет - Наил Нурисламов - 16 марттан бирле бәйләнешкә сыҡмаған ине. Ул көндө егет эш эҙләйем тип сығып китә лә ғәйеп була. Ныҡ хафаға ҡалған яҡындары ныҡлап эҙләүгә тотона, ярҙамға "Лиза-Алерт" ирекмәндәр отрядына мөрәжәғәт итә.
Ниһайәт, 23 мартта, бәхеткә, егет иҫәнлеген белдереп хәбәр ебәргән. Ул эшләп йөрөгән, бөтәһе лә яҡшы, ти егеттең әсәһе.
Йәштәргә теләк: ҡайҙа ғына йөрөһәгеҙ ҙә атай-әсәйегеҙгә үҙегеҙҙең хәлегеҙҙе белдереп ҡош телендәй булһа ла хәбәр ебәрегеҙ, улар бит төн йоҡоларын йоҡламай, ашамай ғәзиз балаһы өсөн зар-интизар булып ут йота.