Нефтекама ҡалаһында йәш ғаилә тарҡалыу өҫтөндә, иң аяныслыһы – бына инде ике ай ир һәм ҡатын бәләкәс балаларын бүлешә алмай. Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә.
Әлеге ваҡытта Эльза Вилданова ирен көс ҡулланыуҙа һәм улын урлауҙа ғәйепләп, социаль селтәрҙәр аша йәмәғәтселеккә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Әйтеүенсә, әсә балаһын 25 ғинуарҙан бирле күргәне юҡ.
“Комсомольская правда” хәбәрселәре Эльза Вилданова менән бәйләнешкә ингән һәм түбәндәгеләрҙе асыҡлаған.
Ҡатын, ғаиләлә проблемалар күптән башланғайны, тип белдергән. Улар ире менән баштан уҡ татыу йәшәмәгән: бөткөһөҙ әрләш-талаш ҡына түгел, хатта хыянаттарға, ҡул күтәреүҙәргә лә барып еткәндәр. Эльза, һуңғы тапҡыр ғаилә низағы үтә күңелһеҙ тамамланғас, башҡаса улай йәшәп булмағанына төшөндөм, тип белдерә.
“Ирем һәр саҡ өйҙән сығып китә лә әллә ҡайҙа ҡунып ҡайта ине. Быйыл 25 ғинуарҙа уның һөйәркәһе барлығын белеп ҡалдым. Баҡһаң, ул шунда йыш ҡына юғалып торған икән. Әйләнеп ҡайтҡас, ҡыуып сығарҙым. Әммә барыбер фатирға инде, мине сығырымдан-сығарҙы, истерикаға бирелгән мәлемде видеоға төшөрҙө. Бында инде мин бала менән ҡурҡыта башланым, йәнәһе, уны башҡаса күрә алмаясаҡһың. Ирем ныҡ асыуланды һәм улымды алып сығып китте. Ошо хәлдән һуң ике ай уларҙың ҡайҙа икәнлеген белмәйем”, - тип асырғана Эльза.
Ҡатын, ғөмүмән, ирен ике ғаиләгә йәшәүҙә, даими хыянаттарҙа ғәйепләй, уның менән йәшәгән йылдарын “тамуҡ” тип атай, балаға өс ай булғанда бысаҡ менән һелтәнеп, аяғын яралағанын белдерә.
Әле иһә ҡатын, түҙеме бөтөп, айырылышыу өсөн ғариза биргән: суд ултырышы 31 мартта буласаҡ.
Әйткәндәй, баланы алып сығып олаҡҡан атайҙы суд приставтары ла эҙләй. Эльза иһә социаль селтәрҙәрҙә аяныслы тарихын һөйләгән, фотолар ҡуйған һәм битараф булмағандарҙан ире менән баланы табыуҙа ярҙам һораған.
Фото: “Комсомольская правда” порталы.