Тиҫтәләгән пассажирҙарҙы ташыған водителдең саҡ ҡына иғтибарҙы юғалтыуының фажиғәле тамамланыуы ихтимал. Быйыл ғинуарҙа Салауат районында пассажир автобусы ҡатнашлығында булған авария - быға асыҡ миҫал. Ул саҡта өс кеше һәләк булды, ике бала һәм 11 кеше йәрәхәттәр алды.
Быйыл Башҡортостанда пассажир автобустары ҡатнашлығында 67 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа биш кеше һәләк булған һәм 112 кеше төрлө кимәлдәге тән йәрәхәттәре алған. Аварияларҙың 60-ы (90 проценты) Өфөлә теркәлгән, уларҙа 94 кеше зыян күргән. Өс кешенең һәләк булыуында, 50 кешенең йәрәхәтләнеүендә автобус водителдәре ғәйепле. Был күрһәткес, үткән йыл менән сағыштырғанда, өс тапҡырға күп, ошондай юл-транспорт ваҡиғаларының 80 проценты даими йөрөгән ҡала һәм ҡала яны автбустары ҡатнашлығында теркәлгән.
Бынан тыш, автобустар ҡатнашлығында 337 механик юл-транспорт ваҡиғаһы булған, уларҙың 225-е – Өфөлә.
Юл-транспорт ваҡиғаларына юл ҡуймау, автобустарҙың пассажирҙарҙы ташыуын күҙәтеү өсөн иҫкәртеү рейдтары уҙғарыла. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙар асыҡлана һәм автобустарҙың техник хәле тикшерелә.
Бары тик дүрт көн эсендә, 22-нән алып 26 мартҡа тиклем, 1720 автобус водителе яуаплылыҡҡа тарттырылған.
Йыл башынан республиканың дәүләт автоинспекцияһы тарафынан 12 меңдән ашыу ҡағиҙә боҙоу асыҡланған. Уларҙың күбеһе - светофорҙың тыйыу сигналы аҫтында үтеү, маневр хәрәкәтен, юл билдәләре, кешеләрҙе ташыу талаптарын боҙоу, төҙөк булмаған транспорт сараларын ҡулланыу.
ЮХХДИ инспекторҙары, транспорт сараларының техник хәл-торошонан тыш, яуаплы кешеләр тарафынан водителдәрҙең рейс алды һәм рейстан һуң медицина күҙәтеүе үтеүе, шулай уҡ хеҙмәт, ял тәртибен ойоштороуына ла иғтибар бүлә. Төҙөк булмаған, файҙаланыу тыйылған шарттарҙа автобустарҙы линияға сығарған өсөн 121 вазифалы кеше һәм ойошма яуаплылыҡҡа тарттырылған.
Күп бәрелешеүҙәр арауыҡты күҙәтмәү сәбәпле була, ә быға маршруттағы көнәркәшлек булышлыҡ итә. Мәҫәлән, 11 мартта Өфөләге Октябрҙең 50 йыллығы урамында “клиент өсөн көрәш” ваҡытында автобус Матбуғат йорто туҡталышына барып инеп, унда торған кешене төкөтөп йәрәхәтләй.
Аварияларҙың биштән бер өлөшө автобус водителдәренең юл киҫелештәрендә сиратты күҙәтмәүе сәбәпле була.
Шулаҡ уҡ бик тупаҫ тәртип боҙоуҙар ҙа осрай. Февралдә Мишкә районында ун баланы алып китеп барған автобус тотолған. Октябрьскийҙа водитель танытмаһы алынған водитель пассажирҙар ташыған.
Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығы хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өлкәһендә эште дауам итә.
Фото: Башҡортостан ЮХХДИ идаралығынан.