Хәүефһеҙлек
28 Март 2021, 04:30

Нуғайбәктәр прививка яһатты

Ошо көндәрҙә Нуғайбәктәге ФАП-та Баҡалы үҙәк район дауаханаһынан күсмә бригада эшләне.

2021 йылға аяҡ баҫырға йөрөгән көндәрҙә Баҡалы районының Нуғайбәк ауылы халҡына ҙур бүләк яһанылар – өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты ишектәрен асты.
Модулле ФАП Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү” төбәк проектына ярашлы төҙөлдө.
Фельдшер-акушерлыҡ пунктында райондың Нуғайбәк, Ивановка, Батрак ауылдарынан 350-нән ашыу кешегә медицина хеҙмәте күрһәтелә. Ошо көндәрҙә Нуғайбәктәге ФАП-та Баҡалы үҙәк район дауаханаһынан күсмә бригада эшләне. Ул коронавирустан вакцинация үткәрҙе. Прививканы 30 кеше яһатты.
Баҡалы дауаханаһы табиптары билдәләүенсә, халыҡтың яуаплылығы һәм әүҙемлеге һөҙөмтәһендә һуңғы ваҡытта коронавирус таралыуына бәйле хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе. Хәҙер белгестәрҙең элеккесә көсөргәнешле режимда эшләмәүе лә ошо турала һөйләй.
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/79840
Читайте нас