Хәүефһеҙлек
29 Март 2021, 15:30

Кешене лә үлтерҙе, үҙ тормошон да боҙҙо...

Ҡапыл уның өҫтөнә “Лада Гранта” автомобиле килеп менә. Ул ҡаршы һыҙаттан килгән була...

Кисә, 28 мартта, республика юлдарында биш автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа бер кешенең ғүмере өҙөлгән, ете кеше йәрәхәтләнгән.
Үлемесле авария Иглин районында була. Ҡараңғы төшкәс, киске сәғәт туғыҙ тирәһендә Иглин – Красный Восход юлында 63 йәшлек ир велосипедта китеп барған. Ҡапыл уның өҫтөнә “Лада Гранта” килеп менә. Автомобиль ҡаршы һыҙаттан килгән була. Алған йәрәхәттәрҙән велосипедсы фажиғә урынында йән бирә.
Аҙаҡ асыҡланыуынса, “Лада Гранта” водителе иҫерек булған. Уның ҡанында 1,032 мг/л алкоголь табыла. Водителгә ни бары 26 йәш.
Эскелек сәбәпле ул өлкән кешенең ғүмерен дә ҡыйҙы, үҙенекен дә боҙҙо.
Фото: ЮХХДИ.
Читайте нас