Хәүефһеҙлек
30 Март 2021, 04:00

Сабыйҙың хәле ауыр...

Дүрт йәшлек бала, тәне бешеп, реанимация бүлексәһенә эләккән.

Күгәрсен районында дүрт йәшлек сабый һаҡһыҙлыҡ арҡаһында утта бешкән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бала термик бешеү һөҙөмтәһендә реанимация бүлексәһенә эләккән. Хәле бик ауыр, тип баһалайҙар.
Ата-әсәһенең әйтеүенсә, газ плитәһендә ашарға әҙерләгәндә малай уйынсығын конфоркаға тыҡҡан. Өлкәндәр өйҙә булған, әммә баланың ни эшләгәнен иғтибарлап күҙәтмәгәндәр.
-2021 йылда республика биләмәһендә янғын арҡаһында өс бала һәләк булды,- тип хәбәр иттеләр ведомствола .- Төп сәбәп – балаларҙың ут менән шаярыуы. Ҡағиҙә булараҡ, өлкәндәр сабыйҙарына тейешле иғтибар бирмәй, шул арҡала фажиғәләр тыуа.
Фото:” Башинформ.”
Читайте нас