Хәүефһеҙлек
30 Март 2021, 16:00

Урманда – ике мәйет...

Улар ирле-ҡатынлы булған. Райондағы ҡот осҡос был фажиғәне тикшергәндән һуң әйтеүҙәренсә...

Фажиғәле хәбәр еткерәбеҙ. Бөгөн, 30 мартта, Баҡалы районының Нуғайбәк ауылы янындағы урманда ир менән ҡатын кешенең үле кәүҙәләре табылған.
Урынға тиҙ арала тәфтишселәр төркөмө сыға. Шул асыҡлана: үле кәүҙәләр 21 йәшлек ҡатын менән 32 йәшлек ирҙеке. Улар ирле-ҡатынлы булған.
Тәфтишселәр фекеренсә, ике арала талаш сыға ла ир кеше ҡатынын атып үлтерә, аҙаҡ үҙенә ҡул һала.
“Әле ваҡиға урыны ҡарап сығылды. Суд экспертизалары билдәләнде, шаһиттар һәм башҡа кешеләрҙән һорау алына", – тинеләр Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты матбуғат хеҙмәтендә.
Был фажиғәле хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото: ufa.mk.ru
Читайте нас