Хәүефһеҙлек
31 Март 2021, 17:00

Балыҡсы батып үлгән

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә...

Яҙ ныҡлап башланып та өлгөрмәне, һыу объекттарында бәхетһеҙ осраҡтар башланды. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәре буйынса, бөгөн республикала бер ир батып үлгән.
Бәхетһеҙ осраҡ Дүртөйлө ҡалаһы янында Ағиҙел йылғаһында теркәлә. Шаһиттар һыуҙа ир кешенең кәүҙәһен күреп ҡала. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары һыуҙан уның кәүҙәһен табып сығара һәм полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшыра.
Ир балыҡсы булған. Уның кемлеге әлегә асыҡланмаған. Оператив-тәфтиш саралары үткәрелә, ирҙең ни сәбәптән үлгәне асыҡлана.
Күренеүенсә, ҡар ирей, йылғалар боҙҙан әрселә башланы. Был ваҡытта йылға-күлдәрҙә йөрөү, балыҡ тотоу үтә хәүефле. Шуға күрә уларҙан тыйылып тороу кәңәш ителә.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас