Күптән түгел социаль селтәрҙәрҙә баш ҡалала 21 йәшлек ҡыҙҙың юғалғаны хаҡында хәбәр иткәйнеләр. Дианы К.-ның яҡындары уның 24 мартта уҡ ғәйеп булғанын белдергән.
Ҡыҙҙың телефоны яуап бирмәгән, һүндерелгән булған.
“Комсомольская правда” порталы хәбәр итеүенсә, кисә иһә аяныслы фажиғә хаҡында мәғлүм булған: Диана башҡа бер ваҡытта ла йортона әйләнеп ҡайтмаясаҡ. Ул 24 йәшлек танышының фатирында үле килеш табылған.
"Был әҙәм Диананың егете түгел ине, ә танышы, дуҫы тип әйтергә мөмкин. Әлегә уларҙы нимә осраштырғаны билдәһеҙ. Ни өсөн низағ сыҡҡанын да белмәйбеҙ. Әммә шул мәғлүм: был әҙәм аҡтығы Диананың ғүмерен өҙгән. 12 тапҡыр бысаҡ менән сәнскән, сүп-сар пакеттарына төрөп һалып ҡуйған. Унан картаһынан бөтә аҡсаһын алып, ҡасып киткән", - тип һөйләй мәрхүмәнең яҡындары.
Республиканың Тәфтиш комитетында фажиғә булыуын раҫлағандар һәм енәйәтсенең ҡулға алыныуын белдергәндәр. Енәйәт эше асылған.
Ҡыҙҙың яҡындары һәм туғандары был аяныслы ваҡиғаға һаман ышанмай, Диананың алсаҡ, ихлас, ыңғай кеше булыуы белдерә. Улар енәйәтсе тейешле язаһын алыр тип ышана.
Фото: “Комсомольская правда”.