Хәүефһеҙлек
31 Март 2021, 07:00

Янғында кеше ғүмере өҙөлдө

Бөгөн иртә таңда ауылда йортҡа ут ҡаба...

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн иртә таңда Ғафури районының Баҡраҡ ауылында янғын сыға. Ваҡиға урынына янғын һүндереүселәр килеп еткәндә, ут йортто тулыһынса ялмап алған була.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын-ҡотҡарыу хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре 62 йәшлек ирҙең кәүҙәһенә юлыға. Әле осраҡ буйынса тикшереү бара, янғын сығыу сәбәптәре асыҡлана.
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, республикала бөтәһе 1474 янғын сығыу осрағы теркәлгән, утта 78 кешенең ғүмере өҙөлгән, шул иҫәптән өс бала һәләк булған. Шулай уҡ 61 кеше төрлө дәрәжәләге тән бешеүе алған.
Йәнә бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: электр мейес йәиһә йылытыу приборҙарын ҡулланған осраҡта, уны төнгөлөккә эшләгән килеш ҡалдырмағыҙ, һәр саҡ күҙәтеп тороғоҙ. Йортоғоҙға янғын иҫкәртеү ҡоролмаһын ҡуйҙыртыу ҙа мотлаҡ. Ут менән һаҡ эш итегеҙ!
Фото: "Башинформ".
Читайте нас