Күптән түгел социаль селтәрҙәрҙә 24 мартта баш ҡалала 21 йәшлек ҡыҙҙың юғалыуын, ә ай аҙағында уның 24 йәшлек танышының фатирында үле килеш табылыуын хәбәр иткәйнек.
"Был әҙәм Диананың егете түгел ине, ә танышы, дуҫы тип әйтергә мөмкин. Әлегә уларҙы нимә осраштырғаны билдәһеҙ. Ни өсөн низағ сыҡҡанын да белмәйбеҙ. Әммә шул мәғлүм: был әҙәм аҡтығы Диананың ғүмерен өҙгән. 12 тапҡыр бысаҡ менән сәнскән, сүп-сар пакеттарына төрөп һалып ҡуйған. Унан картаһынан бөтә аҡсаһын алып, ҡасып киткән", - тип бәйән иткәйне мәрхүмәнең яҡындары.
Республиканың Тәфтиш комитетында енәйәтсенең ҡулға алыныуын, енәйәт эше асылыуын белдергәндәр.
Бөгөн иһә аяныслы фажиғәнең ҡорбаны хаҡында ҡайһы бер үҙенсәлектәр мәғлүм булды. “Комсомольская правда” порталы хәбәр итеүенсә, Диана Стәрлетамаҡта тыуып үҫкән. Ҡыҙҙың яҡындары һәм туғандары уның юҡлығына һаман ышанмай, Диананың алсаҡ, ихлас, ыңғай кеше булыуы белдерә.
Унан тыш ҡыҙ, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, бер ваҡытта ла ауырлыҡтарҙан һәм эштән ҡурҡмаған. Мәҫәлән, былтыр декабрҙә Себер тарафтарына вахтаға эшкә сығып киткән. Был тормош тәжрибәһе хаҡында ул социаль селтәрҙә үҙенсәлекле яҙмалар ҙа ҡалдырған.
“Йәшәйешем ҡырҡа үҙгәрҙе. Мин сит ҡалала, яҡындарһыҙ, бер үҙем. Үҙаллы тормош башланды. Был миңә оҡшай, әммә ваҡыты-ваҡыты менән ҡыйын да була. Бөтәһен дә ташлап, әсәй һәм ҡустым янына ҡайтып китәһе ине, тип тә уйлайым ҡайһы саҡта. Әммә хәҙер мин бер аҙ аҡса йыйып, әсәйемә ярҙам итә алам”, - тип яҙған булған Диана вахталағы осоро хаҡында. Шулай уҡ ҡыҙ һөйгәне булыуын, уның да оҙаҡҡа вахтаға юлланыуын, тап уның өсөн үҙенең дә ошо юлды һайлауын белдергән.
Нисек ҡыҙ танышы фатирына барып сыҡҡан, ниндәй сәбәптән низағ ҡупҡан, нилектән теге егет ҡанһыҙ рәүештә уның ғүмерен ҡыйған – быныһын тәфтишселәр асыҡлай.
Фото: “Комсомольская правда” порталы.