Хәүефһеҙлек
1 Апрель 2021, 09:30

Вахтасыларҙы алдаған ир тотолған

Ҡаланың полиция хеҙмәткәрҙәре Югра ҡалаһынан килгән 30 йәшлек ирҙе ҡулға алған.

Өфөлә федераль эҙләүҙә булған кеше тотолған. Ҡаланың полиция хеҙмәткәрҙәре Югра ҡалаһынан килгән 30 йәшлек ирҙе ҡулға алған. Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, был әҙәм бик күп мутлашыуҙа шик аҫтына алынған, шунлыҡтан уны эҙләү ойошторолған. Ир ҙур компанияларға вахта ысулы буйынса эшкә урынлаштырам тип, кешеләрҙе алдап йөрөгән ул.
Бының өсөн илдең төрлө төбәктәрендә вакансиялар тураһында белдереүҙәр урынлаштырған. Уға яуап биргән эш эҙләүселәргә хеҙмәткә урынлашыуҙың шарттары, йәғни юл хаҡы өсөн билетҡа үҙ аҡсаһын тотоноу,тураһында хәбәр иткән, шунан эшкә урынлашыу тураһында ялған бойороҡ һәм электрон авиабилет ебәргән. Юл өсөн ебәрелгән аҡса банк иҫәбенә инеп ятҡас, юғалған.
Иргә ҡарата "Мутлашыу" статьяһы буйынса енәйәт эше асылған да инде.

Фото: Горобзор.ру
Читайте нас