Хәүефһеҙлек
2 Апрель 2021, 10:45

Ата-әсәһе лә ярҙам итә алмағас...

Малайҙарҙың шуҡлығы, тиктормаҫлығы билдәле инде

Республикала бәләгә тарыған балаларға ҡотҡарыусыларҙы йыш саҡырталар. Тиктормаҫ малайҙарҙың шуҡлығы, һәр нәмәне тикшерергә, төпсөнөргә тырышыуҙары бөтә осраҡта ла яҡшылыҡ менән тамамланмай. Был юлы Туймазыла йәшәгән биш йәшлек балаға ярҙам талап ителде.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, малай өйҙә уйынсыҡтар менән уйнап ултырғанда, күҙенә подшипник килеп бәрелә. Тимер “уйынсыҡты” бармағына кейеп алған бала уны сисергә тырышып ҡараһа ла, булдыра алмай. Ата-әсәһе лә ярҙам итә алмағас, ҡотҡарыусыларға мөрәжәғәт итәләр. Бәхеткә ҡаршы, балаға табиптар ярҙамы талап ителмәй.
Сабыйҙар һис уйламағанда бәләгә тарыусан, шуға күрә уларҙы яңғыҙ ҡалдырмағыҙ, иғтибарлы булығыҙ, тип иҫкәртә ведомство вәкилдәре.
Фото:ddt-sokol.org.ru
Читайте нас